Бөрйән районы Иҫке Мөсәт ауылында өс тәгәрмәсле транспорт сараһы һынау үтә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Трициклды ағалы-ҡустылы Арсен менән Арыҫлан Ҡолбирҙиндар үҙ ҡулдары менән йыйған. Үҫмерҙәр буш ваҡытын гаражда уҙғара, ҡышҡы каникулға пландары ла бар – бәләкәй трактор ҡороу. Техниканы биш бармағылай белгән егеттәр менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.

Ике ай эсендә йыйылған техника гараждан оло юлға сыға. Руль артында ун өс йәшлек Арсен. Үҫмер тулҡынланыуын йәшермәй, хыялдағы трицикл схемаһын үҙе төшөргән була. Деталдәр йыйып, өс тәгәрмәсле транспорт сараһын ҡороуҙа ағаһы менән атаһы ярҙам иткән. Ҡеүәтле мотор тауышы – уртаҡ эштең һөҙөмтәһенә ишара. Техника ауыл юлдары буйлап ышаныслы йөрөй, ҡар өйөмдәре лә ҡаршылыҡ түгел.

Мөсәт ауылы үҫмерҙәре башта өс тәгәрмәсле велосипед йыйған була, артабан был тәжрибәне мотоциклда ла һынап ҡарайҙар. Уңыш оҙаҡ көттөрмәй. Шулай ҙа техниканың етешһеҙлектәре лә юҡ түгел. Боролоштар ауыр бирелә.

Трицикл сәғәтенә 30-40 саҡрым тиҙлек йыя ала. Әммәәлегәгазға баҫыу хәүефле. Сөнки тормоз системаһы ҡуйылмаған. Йәш кулибиндар техниканы камиллаштырыу өҫтөндәэшен дауам итә.

Запас частәр һәм деталдәргә ҡытлыҡ юҡ. Ихата тулы техника. Арсен менән Арыҫландың аталары машина ремонтлау менән шөғөлләнә. Шамил Ҡолбирҙин улдарының башланғыстарын да ҡеүәтләй, уларҙы бала саҡтарынан уҡ механик һөнәренә өйрәткән. Әйткәндәй, трицикл – ғаилә тарафынан ҡоролған тәүге транспорт сараһы түгел.

Ҡышҡы каникул да файҙалы үтә. Ҡолбирҙиндар яңы һыҙмалар төшөрә башлаған. Ниәттәре – ауыл хужалығы өсөн мөһим техника ҡороу. Оҫта ҡулдар яңы асыштарға ынтыла.

Гөлназ Хәйбуллина.