Каникулдарҙы файҙалы һәм мауыҡтырғыс шөғөл менән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Баш ҡалабыҙ Өфөлә балаларҙың ҡышҡы ялын нисек үтеүен БСТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте . Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

4 йәшлек Ульяна киләсәктә ғалим булырға теләй. Ата-әсәһе лә балаларының  фәнгә татрылыуын хуплай. Ишембай ҡалаһынан Тафинцевтар ҡышҡы каникулдарҙа Өфө музейҙары менән танышырға махсус килгәндәр. Ғаилә милли музейҙың ике йөҙҙҙән ашыу залындағы экспонаттар менән таныша аласаҡ. Экскурсияла ғаиләләр бишәр кешенән торған төркөмдәрҙә барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп йөрөйҙәр.  

«Родина» кинотеатрына килгән  балалар һәм уларҙың ата-әсәләрен ишек алдынан уҡ термоксометр тотҡан хеҙмәткәр ҡаршы ала, битлектәр һәм бирсәтәкәләр тәҡдим итә. Тамашасылар биш көн эсендә өс миллондан ашыу кеше ҡараған Рәсәй кинематографистары төшөргән «Һуңғы батыр» фильмын һәм ҡурҡыу белмәҫ янғын һүндереүселәр батырлығы хаҡында «Ут» кинофильмдарын ҡарарға ашыға.

Ҡышҡы каникулдар осоронда Өфө аквапаркында ла айырыуса йәнлелек. Пандемияға тиклем ял итеү учреждениеһы 2000 кешене ҡабул итһә, хәҙер рәсәй ҡулланыусылар тәҡдиме буйынса бында ял итеүселәр һаны һигеҙ йөҙҙән артмай. Ғаиләләр дистанция һаҡлай һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү тураһында инструктаж үтә. Каникул осоронда Өфө аквапаркы иртәнге ундан киске унға тиклем ял итеүселәрҙе ҡабул итә.

Аквапарк эсендә лә барлыҡ һаҡлыҡ ҡағиҙәләре үтәлә. Хеҙмәткәрҙәр битлектәрҙә һәм бирсәткәләрҙә эшләй. Ковид инфекцияһына ҡағылышлы мәғлүмәти стендтар ҙа аквапаркта ял итеү процессын хәүефһеҙ һәм уңайлы ойошторорға булышлыҡ итә.Һыу гидорхлорд менән дезиинфекциялана һәм был маҡсатта ультрофиолет нурҙар ҙа ҡуклланыла.

 Ҡышҡы каникулда ғаилә менән башҡалаға экскурсияға килеүселәр һаны ла бермә-бер арта. Үтеп барған йыл Илһам Нурмөхәмәтов өсөн айырыуса уңышлы булған. Ул спортта юғары һөҙөмтәләр күрһәткән, самбо буйынса һөнәрмәндәр араһында бронза миҙал яулаған.

Донъя чемпионы титулына эйә булһам, балаларҙы Өфөгә экскурсияға алып барасаҡмын тип һүҙ биргән һәм вәғәҙәһен үтәгән. Нурмөхөмәтовтар ғаиләһе йылъяҙмаһы Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында боҙ ҡаласығында һәм Салауат Юлаев һәйкәлендә иҫтәлеккә төшкән фотоһүрәттәр менән байытылған

«Динамо» стадионында коньки шыуырға теләүселәр һаны өс тапҡырға артҡан. Катокка килеүселәр биш минут һайын социаль дистанция һаҡлап үткәрелә. Ишек алдында тән температураһы үлсәнелә. Бәләкәй балалары менән килгән ата-әсәләр оҙон сираттарҙа тормай.

Күреүегеҙсә, республика балаларына  ҡышҡы каникулдарын фәһемле һәм файҙалы итеп үткәреү мөмкинлеге киң. Балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә ял минуттары уңайлы һәм хәүефһеҙ булһын өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Ҡыҙҙар, малайҙарға иһә ҡышҡы каникулдарҙа ыңғай тәъҫораттар алып, көс туплап, мәктәптәрҙә дәрестәр башланғанын көтөргә генә ҡала.

Гүзәл Борханова.