Башҡортостанда ике автобус бәрелешкән

Фажиғәлә  ике  кеше үлгән.  Авария Салауат районы Татар Малаяҙы ауылы янында булған. Өфөнән Оло Ыҡтамаҡҡа  табан һәм кире йүнәлештә юлға сыҡҡан автобустар бәрелешкән.  Бер ҡатын һәм  6 йәшлек  баланың ғүмере  өҙөлгән, 11 кеше  йәрәхәттәр  алған, тип  хәбәр итәләр Республика автоинспекцияһынан.