Башҡортостанда бөгөн төндә 16 янғын булған

Бәхеткә  һәләк булыусылар юҡ, бер кеше  йәрәхәттәр алған.  Ҡотҡарыусылар  6 кешене  уттан алып сыҡҡан, тип  хәбәр итәләр  Ғәҙәттән тыш хәлдәр  министрлығының республика  идаралығынан.  Һуңғы  тәүлектә  республика юлдарында  шулай  уҡ  13 авария булған.  Уларҙа 7 кешенең, шул иҫәптән 3 баланың ғүмере  өҙөлгән.