Уны Республика башлығы Радий Хәбиров уҙғара. Кәңәшмәлә коронавирусҡа бәйле хәл ҡарала. Шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл-транспорт комплексы мәсьәләләре, ғәҙәттән тыш хәлдәргә, йәмәғәт именлеген тәьмин итеүгә иғтибар була. Бынан тыш, ауыл хужалығы тауарҙарының сифаты, көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса сығыштар планлаштырылған.