Статистика хеҙмәте тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡ халҡы уҙған йылдың һуңғы айҙарында 1 мең 456 кешегә кәмегән. Сибайҙан 373 кеше киткән. Бөрө, Дәүләкән һәм Ҡалтасы райондары халҡы ла шул самаға ҡыҫҡарған. Өфө районында һәм ҡалаһында, Нефтекамала, Иглин районында халыҡ һаны артыуы күҙәтелә.