Республикала үткән тәүлектә 165 кешелә коронавирус асыҡланған

Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. “Әле 800-ҙән ашыу кеше станционарҙа дауалана, хәле ауыр булғандар ҙа бар”, - тине ведомство етәксеһе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Оҙайлы Яңы йыл каникулдары сирлеләр һаны артыуына  килтереүе мөмкин. Был турала Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарынн яҡлау хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы  етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, коронавирус йоҡтороусылар артып киткән осраҡта, уларҙы дауалау өсөн буш урындар бар. Шулай уҡ дарыу запасы тупланған. Әйткәндәй, республикала КОВИД-ҡа ҡаршы Ситуация үҙәге эшен дауам итә. Уның телефоны: 218-19-19, Өфөнөң коды: 347. Үҙәккә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем шылтыратырға була.