Башҡортостанда эшҡыуарҙар һанын арттырыу планлаштырыла

Кесе һәм урта  бизнеста мәшғүлдәр һаны 13 меңгә артып 456 меңгә етергә тейеш. Был турала  премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары-Башҡортостан хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов белдерҙе. "Алға" махсус иҡтисади биләмәһендә килгәндә, унда быйыл кәмендә 20 миллиард һум инвестиция йәлеп итергә иҫәп тотола, тине Илшат Тажетдинов.