“Форд Транзит” автобусының водителе тотолған, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Республика буйынса идаралығынан. Фажиғә уҙған көн Салауат районы Татар Малаяҙы ауылы янында була. Өфөнән Оло Ыҡтамаҡҡа табан һәм кире йүнәлештә юлға сыҡҡан автобустар бәрелешә. Аварияла ике баланың ғүмере өҙөлдө, 11 кеше йәрәхәттәр алды.