Яңы йыл каникулдарында Башҡортостанда 30 мең тонна сүп-сар сығарылған

Был хаҡта оператив кәңәшмәлә республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров хәбәр итте. Ғинуарҙың 1-нән 10-на тиклем 450 берәмек махсус техника йәлеп ителгән. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса килгән мөрәжәғәттәр оператив рәүештә- 2-3 сәғәт эсендә хәл ителгән. Республикала барлығы 20 меңдән ашыу сүп-сар майҙансығы булдырылған.