Баш ҡалала Рус Драма театры бинаһы төҙөкләндерелә

Өфө халҡы театрҙың художество етәксеһе Михаил Рабиновичты һуңғы юлға оҙатты. Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре 80 йәшендә вафат булды. Хушлашыу сараһында республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.  Ул әйтеүенсә, Рус Драма театрын Михаил Рабинович етәкләмәһә, ул ошондай юғары үрҙәргә етмәҫ ине. Беҙҙең республика өсөн был ҙур юғалтыу. Беҙ Михаил Рабиновичтың исемен мәңгеләштереү тураһында мотлаҡ хәл итәсәкбеҙ. Тәү сиратта уның иҫтәлеге хөрмәтенә театрға реконструкция эшләйбеҙ, ул ошо хаҡта хыяллана ине. Театр ижади эшмәкәрлеге дауам итһен өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ, тине республика башлығы. Михаил Рабинович Рус Драма театрының художество етәксеһе булып 1998 йылдан эшләгән.