Сара 26 ғинуарға тәғәйенләнгән. Фестивалде Башҡорт Дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының журналистика кафедраһы ойоштора. Бәйгелә 10-11 класс уҡыусылары һәм колледж студенттары ҡатнаша ала. Фестивалдә билдәле журналистар менән оҫталыҡ дәрестәре, киң мәғлүмәт саралары йүнәлешендә эшләгән кешеләр, университет уҡытыусылары менән осрашыуҙар ҡаралған. Яңы проект һәм йәш хәбәрселәр клубына старт бирелә. Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡорт Дәүләт Университеты сайтында табырға була.