Юғары коммуналь түләүҙәр ентекле тикшереләсәк. Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев билдәләүенсә, квитанциялағы үҙгәрештәр, тәү сиратта, йылылыҡ өсөн һигеҙ айлыҡ түләүҙәргә күсеүгә бәйле.
Былтыр район-ҡалаларҙа утыҙ меңгә яҡын ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары майҙансыҡтары һанлаштырылған. Сүп-сарҙың ваҡытында сығарылыуы – етди күҙәтеү аҫтында. Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса эште лә әүҙемләштерергә ҡушты. Ошо маҡсатта коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙе арттырыу ҡаралған.
Оператив кәңәшмәлә инвестициялар, эшҡыуарлыҡ, сәнәғәтте үҫтереүгә бәйле һорауҙар ҙа ҡаралды. Республика ведомство-министрлыҡтары федераль власть органдары, илдең алдынғы корпорациялары менән һөҙөмтәле эшләү бурысы ҡуйылды.
Коронавирус менән көрәш – 2021 йылдың өҫтөнлөклө бурыстарының береһе. Ҡатмарлы сирҙе вакцинация ярҙамында еңеү планлаштырылған. Шулай уҡ алдағы айҙар социаль-иҡтисади һәм сәйәси ваҡиғаларға ла бай. Дәүләт думаһына депутаттар һайлау, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кеүек саралар үтәсәк.
Торлаҡ, юл төҙөлөшөнә лә иғтибар артасаҡ. Өфөнөң 450 йыллығына яңы социаль объекттар сафҡа индереү ҡаралған. Шулай уҡ оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров чиновниктарға республика халҡының кәйефен тойорға, барлыҡ мәсьәләләрҙе лә ваҡытында хәл итергә ҡушты.
Гөлназ Хәйбуллина.