Яңы йыл каникулдарынан һуң тәүге эш көнөндә Өфө юлдарында тығындар хасил булды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Республика башлығы Радий Хәбиров Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспектында юл үткәргес төҙөү мөҙҙәтен тиҙләтергә ҡушты. Өфөгә ингән һәм сыҡҡан участоктарҙа транспорт хәрәкәтен БСТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Яңы йыл каникулдарынан һуң тәүге эш көнөндә Өфөлә урыны менән туғыҙ баллы тығындар теркәлде. Яндекс. Пробки мәғлүмәттәре буйынса, транспорт ағымы артыуы арҡаһында  Ағиҙел күперендә, Дим шоссеһында, Октябрь проспекты менән Галле округы урамдары киҫелешендә көслө тығындар барлыҡҡа килде. 8 ғинуарҙан Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты үткәүеле ябылыуы ла транспорт хәрәкәтендә ауырлыҡтар тыуҙырҙы. Өфөнөң көньяғына һәм аэропорт йүнәлешенә юлланыусы водителдәр иртәнге һигеҙҙән күпселек ваҡытын тығындарҙа үткәрҙе. 

Аэропорт һәм Дим шоссеһы йүнәлешенән ҡалаға инеү юлдарында артыҡ тығындар юҡ. Әммә ҡаланан сығыусыларға һәм көньяҡ өлөшкә юлланыусы траспорт хужаларына сабырлыҡ һаҡларға тура килә. Ҡар күпләп яуыуы ла юл һыҙатының тарайыуына килтергән.

Зәки Вәлиди урамынан ҡаланың көньяҡ йүнәлешендәге хәрәкәтте юл хәрәкәте хәүфеһеҙлеге дәүләт инспекторҙары көйләй. Әммә юлда тығындар бар. Быны инҡар итеп булмай

Ҡалаға ингән урында үткәүелдәрҙе киңәйтеү көн талабы. Водителдәр тығындарҙа торорға ла риза, тик юл сифатлы һәм хәүефһеҙ булһын.

Ҡаланы яҡтыртыу хеҙмәттәре лә транспорт коллапсы ваҡытлыса тип аңлата. Аҙна-ун көн эсендә транспорт ағымы йүнәлеше ентекле өйрәнелеп, ваҡытлы светофорҙар урынына махсус көйләнелә торғандары ҡуйыласаҡ тип вәғәҙәләй.

Өфөгә ингән был юл участкаһында транспорт менән идара итеү системаһын урынлаштырыу әлеге ваҡытта урынһыҙ, бында хәрәкәтте инспекторҙар көйләй. Беҙ ике аҙна арауығында бындағы хәлде өйрәнеп, махсус светофорҙар ҡуясаҡбыҙ.

Руслан Яхиббаев, «Уфагорсвет» ойошмаһының баш инженер урынбаҫары 

Нисек кенә булмаһын, юл киҫелеше ябылыуы водителдәр өсөн ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Иртәнге туғыҙҙарҙа юлдарҙа тығындар бер ни тиклем кәмей төштө. Урау юлдарҙы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары контролдә тотто.

Ҡалаға инеү һәм сығыу урынында транспорт ағымын беҙҙең инспекторҙар көйләй. Авариялар осрағында, улар рәсми теркәлгәндән һуң,башҡа водителдәр тығындарҙа ултырмаһын өсөн, юл хәрәкәте тиҙ арала асыла.

Альбина Кадикова, ЮХХДИ идаралығының пропаганда бүлеге етәксеһе

Юл үткәргесте реконструкциялау Өфө өсөн мөһим. Алты һыҙатлы юлда, иҫке күпер төҙөкләндерелгәндән һуң, транспорт үткәреү мөмкинлеге 27 процент тәшкил итәсәк, ти белгестәр. Әммә бөгөнгө ысынбарлыҡта юл үткәргесе ябылыу халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, водителдәрҙең ноябрь аҙағына тиклем тығындарҙа ултырғыһы килмәй. Республика Башлығы Радий Хәбиров был хәлгә ҡарата фекерен белдерҙе. Зәки Вәлиди менән Салауат Юлаев проспектында юл үткәргес төҙөлөшөн мөмкин тиклем тиҙерәк тамамларға ҡушты.

Өфөнән ингән һәм сыҡҡан урында киң ҡоласлы төҙөлөш әле саҡ башланып ҡына тора. Республика Башлығы Өфө ҡала хакимиәтенең һәм транспорт министрлығының юл үткәргестәге үҙгәрештәр хаҡында халыҡты иҫкәртеүҙәге эшен «икеле» билдәһенә баһаланы. Өфөгә инеү юлдарында артабан да ҡатмарлыҡтар булмаһын өсөн, транспорт министрлығына һәм ҡала хакимиәтенә юлдарҙы реконструкциялауҙа башҡа төбәктәрҙең эш тәжрибәһен өйрәнергә ҡушылды.

Гүзәл Борханова.