Осрашыуҙың төп маҡсаты «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында» ҡатнашыу. Уның сиктәрендә, Ҡыпсаҡ биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа бурыс-проблемаларҙы тыңлау күҙ уңында тотола.
Былтыр мәҫәлән, берҙәм көс менән Килдеғол балалар баҡсаһы ремонтланған. Шуға ла ҡыпсаҡтар быйыл да программаның һөҙөмтәлелеген урындағы халыҡтың берҙәмлегендә күрә.
Гөлдәриә Йосопова.