Өфөлә тропик емештәр бешә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Лимонарий хеҙмәткәрҙәре папайя йыя, тиҙҙән фейхоа өлгөрәсәк. Бынан тыш, розмарин үҫемлеге Өфө халҡы араһында киң популярлыҡ ала. Уның файҙаһын БСТ каналы хәбәресеһе Әлфинә Килдейәрова асыҡланы.

Антисептик матдәләргә бай үҫемлек. Уны лимонарийҙа ғына түгел өйҙә лә үҫтерегә мөмкин. Аш-һыуға, ит, балыҡ бешергәндә тәмләткес булараҡ та ҡулланырға, төнәтмә кеүек эшләргә лә була. Өфө лимонарийында әлеге көндә розмариндың 5-6 ҡыуағы үҫә. Һатып алыусылар байтаҡ, шуға күрә киләсәктә уларҙы күберәк үҫтереү күҙаллана. 

Марокко, Алжир, Испания, Италия һәм Франция климатына хас булған розмарин яҡтылыҡты ярата, һыу һибеп тороуҙы ла оноторға ярамай. Өфө лимонарийында был үҫемлекте 20 йылдан ашыу үҫтереләр. Ҡала халҡынан тыш, төрлө кафе, ресторандарҙан да һорау күп, ти лимонарий мөдире.

Пандемияға бәйле үткән йыл лимонарийҙа экскурсиялар һаны кәмей, әммә был уңышҡа йоғонто яһамай. 12 тоннанан ашыу лимон йыйып алына. Бынан тыш, яңы үҫемлектәр ҙә барлыҡҡа килә. Папайя емештәрен һатыу өсөн сертификат алына.

Һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, теплицаларҙа гел субтропик. Был уңайлы шарттарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн модернизация талап ителә. Әле ҡоролмалар иҫкергән, үҫентеләр һыймай башлаған. Һәр үҫемлек үҙенә хас шарт буйынса үҫтерелергә тейеш. Ошо маҡсатта оранжерея бүлектәре булдырыу талап ителә. Ул осраҡта лимонарийҙың коллекция фонды яңы һәм сағыу төҫтәр менән тулыланасаҡ, тип белдерә хеҙмәткәрҙәр.

Әлфинә Килдейәрова.