Өфөлә бөгөн киске сәғәттәрҙә лә туғыҙ баллыҡ тығындар теркәлде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ул Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге үткәүелдең ябылыуына ғына түгел, ә һуңғы тәүлектәге көслө яуым-төшөм менән бәйле. Тығындар баш ҡаланың ҡайһы бер урамдарында, хатта саҡрымдарға һуҙылды.

Синоптиктар ғинуарҙың беренсе декадаһында яуған ҡар күләме айлыҡ норманың 80% тәшкил итеүен билдәләй. Республикала юл хеҙмәте көсөргәнешле эш режимда эшләүен дауам итә.

Бөгөн баш ҡаланы ҡарҙан таҙартыуға мәҫәлән, 266 берәмек техника һәм 500-ләп хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Махсус техникаларға колоннаға теҙелеп ҡала урамдары буйлап бер нисә тапҡыр үтергә тура килде. Шулай ҙа юл ситендә ҡалдырылған еңел автомобилдәр эште тотҡарламай ҡалмай. Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре халыҡты битараф булмаҫҡа, мәсьәләгә яуаплы ҡарарға саҡыра. 

Азат Ғәлиуллин.