Өфөнөң 4-се бала табыу йортонда Яңы йыл төнөндә һәләк булған сабыйҙарҙың үлем сәбәбе тикшерелә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡараған төндә донъяға килгән ике баланың ғүмере өҙөлә. Уларҙың ата-әсәләре әйтеүенсә, фажиғәле хәл табиптарҙың битарафлығы арҡаһында теркәлә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Яңы йыл төнөндә икенсегә атай булған Азат Камалетдинов ғәҙеллек эҙләй. Ирҙең ун көн элек саҡ тыуған ҡыҙы үлеп китә һәм бөтә ғаилә һаман шаңҡыу хәлендә. Өфөнөң 4-се бала табыу йортонда операция ярҙамында донъяға киләсәк тип килешенгән булһа ла кәрәк ваҡытта хирург һуңлап табыла. Операция уңышлы үтә, әммә сабый ентекле тикшерелмәйенсә дөйөм бүлеккә оҙатыла һәм реанимацияла вафат була.

Беҙҙең ҡыҙыбыҙҙың сәләмәтлеген һәм хәлен туғыҙ сәғәт үткәс кенә тикшереләр. Минеңсә, табиптар бала тыуғас та уға ярҙам күрһәтергә тейеш. Сабый реанимация бүлегенә еткерелгәс тә уның ҡул-аяҡтары зәңгәрәйә башлай. Ҡыҙыбыҙҙы ҡотҡара алмайҙар

Азат Камалетдинов, зыян күреүсе

Санитар талаптарға, бала табыу йортонда ойошторолған хеҙмәттәргә ҡарата Камалетдиновтарҙың дәғүәләре юҡ. Ике йыл элек ошо уҡ учреждениела уларҙың беренсе балаһы донъяға килә. Әммә Яңы йыл төнөндә 4-се бала табыу йортонда тағы ла бер сабый тыуғас та үлеп китә. Күгәрсен районынан килгән йәш әсә беренсегә тапҡан ҡыҙын юғалта.

Йылдың тәүге көнөндә теркәлгән сабыйҙар үлеме буйынса тәфтиш комитеты тарафынан тикшереү ойошторола. Камалетдиновтар буйынса табиптар буласаҡ әсә ауырлы ваҡытында еңел формала йоғошло сир менән ауырыған тип бара.

Тәфтиш комитеты тарафынан кескәйҙәрҙең үлем осрағы тикшерелә. Медицина хеҙмәткәрҙәре һәм пациенттарҙан һорау алыу ойошторола. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Уның һөҙөмтәһе буйынса процессуаль ҡарар сығарыласаҡ.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ваҡиға буйынса тикшереү алып барыла һәм учреждение етәкселегенән аңлатма алына. Балаларҙың үлеменә бәйле хәлдә экспертиза көтөлә.

Флорида Ким.