"Благовещен" йылдам үҫеш биләмәһендә резиденттар өсөн эшмәкәрлек төрҙәре киңәйтелде

Уларҙың һаны 12-енән 60-ҡа етте, тип хәбәр итәләр Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан. Был үҙгәрештәр инвесторҙарҙы йәлеп итеү, яңы предприятиелар асыу мөмкинлеге бирергә  тейеш. Әлегә Башҡортостан хөкүмәте һәм инвесторҙар араһында Благовещенда проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса 10 килешеү төҙөлгән.