Дүләт думаһы спикерының беренсе урынбаҫары Александр Жуков шулай тип белдерҙе. "Башҡортостанда спорт үҫешкән, шуға 2030 йылда Ҡышҡы Олимпиаданы ла ҡабул итә ала", тине ул. Быға тиклем Өфөнөң тағы 9 йылдан Олимпия уйындарын ҡабул итергә теләүе тураһында хәбәр ителде. Спорт байрамы уҙғарыласаҡ ил 2023 йылда билдәле була.