Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар һаны арта

Һуңғы тәүлектә сир 167 кешелә асыҡланған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле 4 мең 443 кеше ауырыуҙы еңел үткәрә, 614-е дауаханаға һалынған. Һуңғы тәүлектә 286 пациент һауыҡҡан, ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып  был сирҙе  йоҡтороусылар һаны  21 меңдән артты.