Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының даими беренселек сиктәрендә командалар ике уйын уҙғарҙы. Тәүге осрашыуҙа Өфө ҡыҙҙары 5-кә 4 иҫәбенә еңеү яулаһа, икенсеһендә 4-кә 3 иҫәбенә “КРС Ванке Рэйз” клубы көслөрәк булды. 30 мәрәй туплап “Ағиҙел” әлегә турнир теҙмәһендә беренсе урында килә.