Быйылдан дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү үҙәктәрендә QR-код буйынса түләүҙәр ҡабул итә һәм биометрик сит ил паспорттары бирә башлайҙар

Әлегә ул тәжрибә булараҡ, Липецк өлкәһендә генә индерелгән ине. Граждандар үҙәккә килгәс, пошлина түләү өсөн QR-кодлы квитанция ала , уны “Дәүләт хеҙмәттәре” мобиль ҡушымтаһы аша сканерҙан сығарта һәм банк картаһы мәғлүмәттәрен индерә. Биометрик сит ил паспорттары уҙған йылда уҡ тапшырыла башланы, пандемия арҡаһында   тотҡарланып ҡалды.