Башҡортостан депутаттары Дәүләт Думаһына милли мәктәптәрҙең статусы буйынса ҡануни башланғыс ебәргән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Уға ярашлы, «Мәғариф» тураһындағы законда милли белем усаҡтары буйынса айырым статья булдырыу ҡарала. Был турала төбәк парламентының быйылғы эш пландарына арналған бөгөнгө ултырышында билдәләнде.

Дөйөм алғанда, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Дәүләт Думаһына иң күп ҡануни башланғыстар тәҡдим иткән төбәк органы булып тора. Башҡортостан Парламенты бынан тыш закон проекттарын ҡабул итеү, уларҙың үтәлешен күҙәтеү буйынса ла әүҙем эш алып бара. Мәҫәлән, Конституцияға үҙгәрештәр индереү менән бәйле төбәк ҡануниәтен федераль закондарға яраҡлаштырыу бурысы тора. Ошо маҡсатта махсус комиссия төҙөлгән. Закондарҙы ҡабул итеү генә түгел, уларҙың үтәлештәрен күҙәтеү, тикшереү ҙә шарт.

Миҫал өсөн, «Ер» тураһындағы законға үҙәрештәр индереү менән бәйле төрлө һорауҙар килә, уларҙы хәл итеү өсөн махсус төркөм булдырылған. Шулай уҡ старосталар тураһындағы законды камиллаштырыу, эште киңерәк йәйелдереү өсөн Парламент тыңлауҙары ойоштороу ҡаралған. Әле Башҡортостан Рәсәйҙә старосталар иҫәбе һәм эш сифаты буйынса алдынғы урынды биләй. Уңышлы эш тәжрибәләре һәм төбәк өсөн мөһим проблемалар ҡануни башланғыс булараҡ федераль кимәлгә тәҡдим ителә. 

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты бөгөн тәүге ултырышын уҙғарҙы ла инде. Ул онлайн форматта барҙы. Депутаттар Өфөлә Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә юл үткәргес ябылыу сәбәпле килеп тыуған мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында фекер алышты.

Тағы бер мөһим һорау – тарифтар. Әле халыҡтан йылылыҡҡа хаҡ артыу буйынса мөрәжәғәт күп килә. Әйткәндәй, былтыр ҙа йыл башында ошондай уҡ проблема була. Әммә тикшереүҙәрҙән һуң аҡсаның бер өлөшө кире ҡайтарыла, бөтәһе 20 миллион һум. Депутаттар фекеренсә, быйыл да түләүҙәр буйынса ныҡлы тикшереү уҙғарыу мотлаҡ.

Рәмзиә Кәримова.