Башҡортостанда коронавирустан һәләк булыусылар 159 кешегә етте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Һуңғы тәүлектә алынған мәғлүмәттәр буйынса , сирҙең киҫкенләшеүе һөҙөмтәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Тағы ла 167 кешенең ковид инфекцияһы йоҡтороуы асыҡланған.

Яңы инфекция менән йәмғеһе 21 068 кеше ауырыған. Әлеге ваҡытта 614 пациент стационарҙарҙа, 4 443 кеше өй шарттарында дауалана.

Рәйлә Күсемханова.