Башҡортостан табиптары һынатмай

Your browser doesn't support HTML5 video.

Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә сит өлкәләргә юлланған белгестәр оҙайлы эш сәфәренән ҡайтты.  Абхазия, Камчатка  өлкәһендә, Владимир ҡалаһында эшләгән табиптарҙы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ҡаршы алып, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Табиптар бригадаһы коронавирус инфекцияһына бәйле хәл киҫкен торған төбәктәрҙә айға яҡын эшләне. Коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашып, меңәрләгән пациентты дауаланы.

Абхазия, Камчатка, Владимир ҡалаларында пациенттарҙы дауалауға анестезиолог-реаниматолог, терапевт, пульмонолог, урта звено хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә. Бригадаға шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алыусы юғары курс студенттары ла ҡушыла.

Алыҫ сәфәрҙән ҡайтҡан белгестәр иртәгә Өфөлә үҙҙәренең эш урынына сыға. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Башҡортостан табиптары Ҡарасәй-Черкес Республикаһында һәм  Амур өлкәһендәге ковид-госпиталдәрҙә эшләп ҡайтҡайны.

Флорида Ким.