Был Башҡортостанда ғына түгел, ә тотош ил күләмендәге мөһим объект. Ер аҫты тоннелендә эш яҡынса 40 миллиард һум тәшкил итәсәк. Ул М5 трассаһына сығыу юлын еңеләйтеп, Өфөләге трансорт ағымын күпкә кәметергә булышлыҡ итәсәк. Тоннелдәге эш барышы менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова ҡыҙыҡһынды.
Бетон шыйыҡсаһы көслө баҫым аҫтында грунт ҡатламына тултырыла. Ул ныҡлы грунтлы цемент ҡатнашмаһы хасил булһын өсөн башҡарыла. Таулы рельефта бындай эштәр ерҙе нығытыу маҡсатында үтәлә. Тоннелдә бер үк ваҡытта өс йүнәлештә шахта ҡаҙыла. Тәүлек әйләнәһенә эш ҡайнай, меңдән ашыу төҙөүсе йәлеп ителгән, 150 берәмектән ашыу техника ҡулланыла.
Тоннелдә бер үк ваҡытта өс йүнәлештә шахта ҡаҙыу эштәре башҡарыла,сығыу урындары нығытыла, тоннель ҡоролмаларын эшләү өсөн акрилат гелдәр ҡулланыла.
Тоннелдең тәрәнлеге 60 метрҙан ашыу, оҙонлоғо 1276 метр, юл һыҙаты дүртәү буласаҡ. Терәүҙәр ныҡлы тимер бетондан ҡорола, быраулап ҡағылған свайҙар оҙонлоғо 50 метрҙан аша, ти, белгестәр.
Ике тиҫтә йыл буйына ауырлыҡ менән төҙөлгән объект бер йыл эсендә танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Рәсәй күләмендәге күләмле тоннель төҙөлөшө финанслана башлау менән бөтә йүнәлештәрҙә лә эштәр йәнләнә.
Тоннель ҡаҙыусы шахтерҙар иң ҡатмарлы участкаларҙы 2021 йылда үтәсәк. Төркиәнән махсус саҡырылған белгестәр Рәсәй өсөн мөһим объектты бөтә техник талаптарҙы үтәп, стандарттарға ярашлы башҡара. Әлеге ваҡытта Көнсығыш өлөштә Ҡариҙел йылғаһы аша күпер төҙөлөшөн дауам итеү өсөн майҙансыҡ әҙерләнгән дә инде.
Гүзәл Борханова.