Яңы бина «Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект» программаһы сиктәрендә төҙөлә. Мәктәпкәсә учреждение заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, физкультура һәм музыка кабинеттары сафҡа инә. БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Оло Ыҡтамаҡ ауылының «Миләш» балалар баҡсаһында кескәйҙәр тауышы тынмай. 4 йәшлек Элида яңы уйынсыҡтар менән ихлас уйнай. Әгәр быға тиклем улар иҫке бинала урынлашҡан балалар баҡсаһына йөрөргә мәжбүр булһа, хәҙер яңы ҡалҡып сыҡҡан мәктәпкәсә учреждение тәрбиәләнеүселәре.
Мөһим социаль объектты урындағы халыҡ көтөп ала. Мәктәпкәсә учреждениела яңы эш урындары булдырыла, күрше ауылдарҙан да малай-ҡыҙҙар йөрөй. Балалар баҡсаһын төҙөү 2018 йылдың ноябрендә башлана, ә кескәйҙәрҙе 2020 йылдың мартында ҡабул итә башлай. Иҫке бина майҙаны бары тик 360 квдрат метр булһа, яңыһы 2 мең квадрат метр тәшкил итә.
Ике ҡатлы балалар баҡсаһында иркен, яҡты бүлмәләр, йылы иҙән, ашхана, музыка, физкультура һәм уйындар залы урынлашҡан. Мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙар өсөн пандус, лифт ҡаралған.
Коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле индерелгән талаптарҙы үтәү маҡсатында учреждение март аҙағында карантинға ябыла. Был осорҙа бер төркөм эшләй, унда ковид-19 сире менән көрәшеүселәрҙең сабыйҙары йөрөй.
Мәктәпкәсә учреждениела 6 төркөм эшләй. Сабыйҙарҙың йоҡо бүлмәһе лә йыһазландырыла. Карауаттарға махсус ортопедия матрастары түшәлгән. Биләмә тирәләй ҙә кескәйҙәргә уйнар өсөн бөтә шарттар булдырылған: балалар майҙансығы резина япмаһы менән түшәлә, уйын ҡоролмалары урынлаштырыла.
Төҙөлөш «Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект» программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Барлығы 125 миллион һум аҡса йүнәлтелә, шул иҫәптән йыһаздар алыу өсөн дә финанстар бүленә. Балалар баҡсаһы асылыуы район үҙәгендә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына сират мәсьәләһен дә япҡан.
Әлфинә Килдейәрова.