Был юлы юлаевсыларҙың баш тренеры ҡапҡаға Даниил Тарасовты сығарҙы. Йәш голкипер үҙенә күрһәтелгән ышанысты тулыһынса аҡланы. Ул дәғүәселәрҙән бер шайбаға ғына үткәртте, ә бына Даниилдың иптәштәре өс тапҡыр уңышҡа өлгәште.
Шайбаларҙы яҡташтарыбыҙҙан Шакир Мөхәмәҙуллин, Джефф Плэтт һәм Петр Хохряков индерҙе. Киләһе осрашыуын юлаевсылар 14 ғинуарҙа Ҡаҙағстандың «Барыҫ» клубына ҡаршы үткәрә.