Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, бындай проблема уҙған йылда ла булған. Ошондай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Халыҡ декабрь айында йылылыҡ өсөн түләү суммаһы ҙур булыуға зарлана.