Был минуттарҙа Салауат ҡалаһы драма театрында танылған актер Риза Мәһәҙиев менән хушлашыу сараһы башланып тора

Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев 48 йәшендә вафат булды. “Ул курсыбыҙҙың ғорурлығы булды. Салауат театрының да абруйын арттырыуға өлгәште”, - ти сәхнә оҫтаһының остазы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты профессоры Земфира Хөсәйенова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Ул халыҡ һөйөүен яуланы. Башҡарған йырҙары популяр булып китте”, - ти актерҙың һабаҡташы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алһыу Бәхтиева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Риза Мәһәҙиев тыуған ере - Ишембай районы Ибрай ауылында ерләнә.