Ҡалтасының Красный Холм,Күтәрем ауылдарына, Дүртөйлө районының Эңгәсәк ауылына автолавка йөрөп, һөт ашамлыҡтары таратасаҡ. Быға тиклем ата-әсәләр бушлай бирелгән һөт, кефир, эремсек артынан Нефтекамаға йөрөр булған. Хәҙер улар ғариза яҙып, һөт ризыҡтарын мобиль пункттан ала.