Ут 3-сө ҡатта сыға, 40 кеше, шул иҫәптән 9 бала эвакуацияла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ҡаланың Граждандарҙы һаҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары ярҙамында ут һүндерелә. Янғында һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Урында тикшереүселәр эшләй, янғын сәбәптәре асыҡлана.