Башҡортостан хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса милли проектты тормошҡа ашырыуҙа 2021 йылға билдәләнгән норманы арттырып үтәгән

Был хаҡта республика иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итәләр. “План буйынса, 2021 йылға тиклем милли проектҡа 90 предприятиены йәлеп итеү бурысы ҡуйылды, беҙ былтыр был күрһәткесте арттырҙыҡ. Әле 106 ойошма ҡушылған”, - тип белдерҙе ведомство министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. 2024 йылға тиклем милли проектҡа 150 компанияны йәлеп итеү бурысы ҡуйыла.