Был хаҡта ул социаль селтәрҙә яҙған. Андрей Назаров әле күрелгән саралар мөһим, тип һанай. Салауат Юлаев проспектында өҫтәмә светофор ҡуйыла, бынан тыш, авариялар булдырмау маҡсатында даими рәүештә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары һәм эвакуация хеҙмәте эшләй. Дим биҫтәһендә йәшәүселәр Өфөгә Затон биҫтәһе йәки Нагаев шоссеһы аша инә ала, баш ҡаланың төнъяғында йәшәүселәр Интернациональ урамы йәки М5 Федераль трассаһы менән файҙалана ала, тип яҙа Андрей Назаров