Баш ҡалала коммуналь авария һөҙөмтәһендә күп ҡатлы 8 йорт йылыһыҙ ҡалды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Селтәрҙәге ғәҙәттән тыш хәл Өфөнөң Калинин районында теркәлде. Авария эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн бер нисә сәғәт ваҡыт талап ителгән. Баш РТС хеҙмәткәрҙәре подъездарҙы йылытыу өсөн йылытыу пушкалары ла әҙерләп ҡуйған. Төнгө сәғәт бергә йылылыҡ тергеҙелгән.

Авария эҙемтәләрен бөтөрөү ваҡытында бина эсендәге температура даими тикшерелеп торҙо. Эштәр тамамланғас та йылылыҡ менән тәьмин итеү компанияһы системаның һыу менән тулыуын, торбаларҙан һауаны сығарыу мәшәҡәттәрен дә контролдә тотто.

Яна Калинина, Өфө ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығының мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе

Айнур Кәбиров.