Стәрлетамаҡтың Бабушкин урамында «Киа Соренто» һәм МТЗ-82 тракторы бәрелешкән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы техникаһы ике өлөшкә бүленгән. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ.

Тикшереүҙәр барышында асыҡланыуынса, аварияға трактор менән идара итеүсе йәш механизатор ғәйепле. Ул төп юлға сығып барғанда иномарканы үткәрмәгән.