Бөгөн Өфөнөң Мушников урамындағы туғыҙ ҡатлы йорттоң береһендә янғын сыҡҡан

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ваҡиға урынынан 40 кеше, шул иҫәптән туғыҙ бала эвакуацияланған. Хәүефле хәл тураһында тәүге хәбәр дежур бүлеккә көндөҙгө сәғәт 12-ләр тирәһендә килә.

Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә подъезд тулыһынса төтөн эсендә ҡалған була. Уттың өсөнсө ҡаттың коридорында сығыуы асыҡлана. Тиҙ арала халыҡ урамға сығарыла, янғын тулыһынса һүндерелә. Бәхеткә, йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Әле тикшереү бара, ваҡиға сәбәптәр асыҡлана.