Коронавирус пандемияһы башланғас та Ишембай районынан Суфия Рәхимова ирекмәнлек эшенә ҡушыла

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Табиптарға рәхмәт» акцияһы сиктәрендә ул урындағы дауахана белгестәренә даими рәүештә аҙыҡ-түлек тупланмалары тапшыра. Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай.

Сираттағы ярҙамды алты балалы Прокофьевтар алды. Суфия Нуриәхмәт ҡыҙы үҙе хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бар пенсияһын мәрхәмәтлеккә йүнәлтә. Яңыраҡ Ишембайҙағы ҡарттар йортона ла ярҙам күрһәткән.

Гөлназ Хәйбуллина.