Ауыл хужалығы машиналарын робот йыя башлаған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Автоматлаштырылған тимер хеҙмәткәр иретеп-йәбештереү эшен башҡара һәм Стәрлетамаҡ районының «Башагромаш» предприятиеһында эшләй. Әле ул тест режимында сафҡа индерелгән. Әммә был робот хеҙмәткәрҙәрҙе алмаштыра тигәнде аңлатмай, киреһенсә, заводта етештереү ҡеүәттәрен һәм эшселәр иҫәбен арттырыу ҡарала. Тулыраҡ киләһе материалда. 

Тәү ҡарашҡа робот ашыҡмаған, яйлап ҡына эшләгән төҫлө. Йәбештерер алдынан деталде ентекләп өйрәнгән, тикшергән һымаҡ. Ысынбарлыҡта иһә эш ғәҙәттәгенән дә тиҙерәк бара. Бер нисә минут һәм деталь әҙер. Йәбештерелгән урында  йөй ҙә беленмәй, тип-тигеҙ.

Күрәһегеҙме ошо ике деталде, берәүһе робот, икенсеһе иретеп йәбештереүсе тарафынан  башҡарылған. Техника ярҙамында эшләнгәне шыма ғына, хатта тоташҡан урыны ла беленмәй.

Евгений Барышев, баш технолог

Компанияның продукцияһына заказдар арта. Тейешле деталдәрҙе ваҡытында  әҙерләп өлгөртөүҙә роботтың ярҙамы ҙур. Әле эш тест режимында бара. Ғинуар аҙағына инде  ул тулы ҡеүәтенә ҡулланыла башлай.

Был робот күп функциялы, бөтә эш автоматлаштырылған. Идара итеү компьютер аша бара. Әммә ул хеҙмәткәрҙәрҙе тулыһынса алмаштыра тип әйтеп булмай. Ҡул көсө лә талап ителә. Цехта эшселәр ҙә, заманса ҡоролмалар ҙа кәрәк.

. Евгений Барышев, баш технолог 

Роботтың хаҡы 8 миллион һумдан ашыу. Заманса техника алыуға киткән сығымдың бер өлөшө  дәүләт иҫәбенә ҡапланған. Ҡоролма «Сулпан» сапҡысы өсөн  деталдәр әҙерләүҙә файҙаланыласаҡ. Хужалар әйтеүенсә, Стәрлетамаҡ предприятиеһында етештерелгән продукция ауыл хужалығы баҙарында ҙур ихтыяж менән файҙаланыла. Былтыр эш күләме 47 процентҡа артҡан.

Предприятиела шулай уҡ башҡа заманса ҡоролмалар ҙа һатып алынған. Мәҫәлән, лазер ярҙамында ҡырҡыу аппараты эште сифатлы һәм теүәл итеп башҡарыу мөмкинлеге бирә. Киләсәктә бында сапҡыстар йыйыу буйынса яңы цех асыу ниәте лә бар. Тик металлға хаҡтар артыуы ғына  өҫтәмә ҡатмарлыҡтар тыуҙырған. Әммә хужалар әйтеүенсә, был проблема хәл итерлек, иң мөһиме ауыл хужалығы техникаһына ихтыяж арта.

Рәмзиә Кәримова.