Башҡортостанда быйыл ете ҙур спорт объекты төҙөлә һәм төҙөкләндерелә

Республика хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Аҡъяр ауылында бассейн, Шаранда һәм Борайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, Өфөлә гимнастика мәктәбе, футбол манежы һәм Халыҡ-ара көрәш һарайы төҙөү планлаштырыла. Күмертау ҡалаһында "Шахтер" стадионы төҙөкләндерелә. Әле Башҡортостанда 12 меңдән ашыу спорт объекты бар.