Башҡортостанға күсеп килеүселәр өсөн финанс ярҙам суммаһы аныҡланды

Премьер-министр Андрей Назаров тейешле документҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, программала Рәсәйҙә йәшәүсе, йә сит илдәрҙән килеп, ҡасаҡ тип танылған ватандаштарыбыҙ ҡатнаша ала. Торлаҡ проблемаһын хәл итеү өсөн программала ҡатнашыусыға 25 мең һум ҡаралған, уның ғаиләһенең һәр ағзаһына 18 мең ярым түләнә. Медицина тикшереүе үтеү өсөн 2 мең 300 һум, сит илдә бирелгән фәнни дәрәжәләрҙе, квалификацияларҙы раҫлау өсөн 6 мең ярым һум тәғәйенләнә.