Уҙған йылда Башҡортостанда теркәлгән янғындарҙа 1 мең 200-ҙән ашыу кеше ҡотҡарылған

Был 2019 йыл менән сағыштырғанда 1 меңгә күберәк. Вице-премьер Ирек Сәғитов белдереүенсә, төбәктә янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу технологиялары камиллаша бара, шуға һөҙөмтәләр яҡшыра. Быйыл Баймаҡ, Шишмә һәм Күгәрсен райондарында яңы янғын һүндереү бүлексәләре булдырыу планлаштырыла.