Быйыл ул өсөнсө тапҡыр ойошторолдо. Республиканың киң билдәле Өфө II ҡаласығын популярлаштырыуҙы, өйрәнеүҙе һәм ҡыҙыҡһыныусылар даирәһен арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған фестиваль сиктәрендә, «Рәсәй - минең тарихым» мультимедия паркында юғары уҡыу йорто студенттары ҡатнашлығында квест ойошторолдо. Һорауҙар археология ҡомартҡыһына арналды.
Тарихи парк майҙаны республиканың төрлө өлкә оҫталарын бергә йыйҙы. Экспозицияла балсыҡтан әүәләнгән, иретеп-йәбештерелгән, ювелир әйберҙәр ҙә бар ине. Проект сиктәрендә шулай уҡ, Өфөнөң йәш рәссамдары менән онлайн-форматта осрашыу ҙа үтте. Улар баш ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан археологик ҡомартҡыны төшөрөү буйынса конкурста ла ҡатнашты.
Азат Ғәлиуллин.