Башҡортостанда быйыл 7 яңы спорт объекты барлыҡҡа килә

Был турала вице-премьер Ирек Сәғитов белдерҙе. Республика спорт объекттары һаны буйынса Мәскәүҙән ҡалыша илдә икенсе урында. Быйыл төҙөләсәк яңыларына килгәндә: Аҡъярҙа бассейн, Шаранда һәм Борайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, Өфөнөң Киров районында гимнастика буйынса спорт мәктәбе, Октябрь районында көрәш һарайы һәм ябыҡ футбол майҙаны,  Күмертауҙа “Шахтер” стадионы яңыртыла.