Германияла биатлон буйынса Донъя кубогының сираттағы этабы башланды

Тәүге көндә ир-егеттәр спринтта уҙышты. Призлы урындарҙы Норвегия һәм  Германия спортсылары яуланы. Рәсәй йыйылма командаһынан иң яҡшы һөҙөмтә Матвей Елисеевта- ул финишҡа 10-сы булып килде. Башҡортостандан Эдуард Латыпов  15-се һөҙөмтә күрһәтте, Антон Бабиков запаста ҡалды.  Бөгөн ошо уҡ төрҙә ҡатын-ҡыҙҙар көслөләрҙе асыҡлай.