Быйыл саралар Рәсәйҙең 6 төбәгендә уҙғарыла. Исемлектә: Ҡурған, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы һәм Ханты-Мансы автономиялы округы бар. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса республика башлығы грантына лайыҡ булған. ЮГРА башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов әйтеүенсә, был проект республиканан ситтә йәшәгән башҡорттар өсөн үтә лә мөһим. Уның ярҙамында милләттәштәребеҙ милли костюмдар, туған телдә уҡыу әсбаптары, бынан тыш, рухи ярҙам ала.
2020 йылда башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре илдең 5 төбәгендә ойошторолдо.