Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы оператив штабының быйылғы йылдағы тәүге ултырышын үткәрҙе

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, Башҡортостанда короновирусҡа бәйле хәл яҡшыра. Шулай уҡ вакцинациялау дауам итә.  Әле республикаға 14 меңгә яҡын доза вакцина килтерелде, ғинуар аҙағына тиклем тағы ла 40 меңгә яҡын дозалыҡ партия килеүе көтөлә. Прививка тәү сиратта табиптар, уҡытыусылар, ирекмәндәр,полиция һәм күп функциялы үҙәк  хеҙмәткәрҙәренә яһала.  Радий Хабиров инфекция госпитале итеп үҙгәртелгән һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына пациенттарҙы  ғәҙәти рәүештә ҡабул итә башларға тәҡдим итте. 18 ғинуарҙан республика социаль ойошмаларында изоляция режимы ғәмәлдән сығарыла. Шул уҡ ваҡытта 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләргә изоляция тәртибе һаҡлана.