Өфөлә педофилды туҡмап үлтергән иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн Калинин районы суды ҡарары нигеҙендә Владимир Санкин 8 йылға иркенән мәхрүм ителде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл элек ул Инорс биҫтәһендә эштән ҡайтып барғанда 54 йәшлек иргә зарланған үҫмерҙәрҙе осрата. Ваҡиға фажиғәле тамамлана – Владимир көсләргә маташыусыны үлтергәнсе туҡмай. Енәйәт ҡылыусы «аңлы рәүештә һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү, шул сәбәпле үлемгә дусар итеү»ҙә ғәйепләнә. Владимир Санкин әйтеүенсә, ул балаларҙы яҡлаған һәм ҡаршы торған. Прокурор суд ултырышында был версияны кире ҡаҡты.