Бөрө районында «Хендай Солярис» автомобиле юл-транспорт фажиғәһенә тарый

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса аварияға юлдағы колея һәм боҙлауыҡ сәбәпсе була.

Тәжрибәле водитель әйтеүенсә, был көндө ул ҡатыны менән Үгеҙ ауылынан Бөрөгә юлланған булған. Әммә тайғаҡ юлда автомобиль юлдан төшөп китә. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәй. Ваҡиға урынына килгән инспекторҙар юлдағы колеяны үлсәй. Асыҡланған етешһеҙлектәр буйынса хеҙмәтләндереүсе ойошма етәксеһенә ҡарата административ протокол төҙөлгән.

Суд ҡарары буйынса юл ремонт-төҙөлөш идаралығы етәксеһе 30 мең һумға тиклем штраф түләргә тейеш. Инспекторҙар билдәләүенсә, «Өфө-Бөрө» юлы айырыуса хәүефле һанала. Бер нисә көн элек кенә ошо юлда теркәлгән аварияларҙың береһендә ике егеттең ғүмере өҙөлә. Йыл башынан республикала сифатһыҙ юлдар дүрт тиҫтәгә яҡын фажиғәгә сәбәпсе булған.

Илдар Байбулатов.